Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры межпоселенческая центральная библиотека им. Ф.Н.Баишева муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан
ЯНЫБАЕВСКАЯ СЕЛЬСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА

Режим работы

-
-
-

“Сәскәләр тормош- йәме”

07.09.2023
“Сәскәләр тормош- йәме”
Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тиҙәр. Яҙыусы Ғәлим Дәүләди: «Сәскәләрҙе кеше һатамы ни, сәскәләрҙе бүләк итәләр», – тип яҙҙы. Ысынлап та, сәскә бәйләмен бүләк итһәләр, күңелдәребеҙ күтәрелеп, күҙҙәребеҙ шатлыҡтан янып китә түгелме?
“Сәләмәт күнел биҙәктәре” клуб ағзалары “Сәскәләр тормош йәме” әҙәби байрамға үҙҙәренен бик матур гөлләмәләрен килтерҙеләр. Китап күргәҙмәһе һәм сәскәләр тарихы тураһында ҡыҙыҡлы легендалар менән таныштылар.