Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры межпоселенческая центральная библиотека им. Ф.Н.Баишева муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан
ЯНЫБАЕВСКАЯ СЕЛЬСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА

Режим работы

-
-
-

«Һуғыш балалары»

05.05.2023
«Һуғыш балалары».
Һуғыш! Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы телеп үткәндәй.
Кемдәр һуғыштың нимә икәнен белмәй, уларға бағышланды осрашыу. Аңлаһындар өсөн…Онотмаһындар өсөн… Яңыбай ауыл китапханаһында 6-сы синыф уҡыусылары (кл.етәксеһе Сайдигафаров А.Р.) йыйылдылар.
Һуғыш!
Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы. Беҙҙең ҡораллы көстәребеҙ сафында күп милләтле илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да улдары һәм ҡыҙҙары ҡыйыу һуғышыуы тураһында презентация “Герои Победы , китап күргәҙмәһе һәм әңгәмә үткәрелде.
Ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек тураһында һөйләнеләр саҡырылған ҡунаҡтар: Каюмовтар ғаиләһе Рәжәп ағай һәм Гәйшә апай . Бик йөкмәткеле итеп һөйләнеләр, саҡырылған ҡунактар.
Йәп-йәш кенә ҡыҙҙар , егеттэр инегеҙ
Кѳc етмәҫлек кѳстәрҙе лә
Күтәрҙе бит сибек иңегеҙ.
Их, һеҙҙең һуғыш йылдарында
Теңкәгеҙгә тейҙе ауырлыҡ,
Заман ауырлығын күтәрергә,
Яу ҡайғыһан баштан үткәрергә
Ҡайҙан тылсымлы кѳс таптығыҙ ҙа
Ҡайҙан алдығыҙ сабырлыҡ.
Был-был һайрауҙарын тыңлар саҡтар
Һеҙ бит сабаталар үрҙегеҙ.
Сабаталар үреп кейҙегеҙ ҙә
Алабута баҫҡан яландарҙа
Һыйыр егеп Һабан һѳрҙѳгѳҙ.
Уҡыусылар осрашыуға үҙҙәренең музыкаль күстәтәстәре менән килгәндәр. Балалар һорауҙар биреп, рәхмәттәр әйтеп таралдылар.