Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры межпоселенческая центральная библиотека им. Ф.Н.Баишева муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан
ЯНЫБАЕВСКАЯ СЕЛЬСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА

Режим работы

-
-
-

Ҡатын –ҡыҙ — мөғжизәле зат.

09.03.2023

Ҡатын –ҡыҙ — мөғжизәле зат. Ысынлап та донъялағы иң изге, иң күркәм һәм яғымлы кеше — әсәй.Зәңгәр күктә балҡыған ҡояш кеүек кешелеккә нур сәсеүсе һәм йәм биреүсе — әсә лә берәү генә. Ер йөҙөндәге бөтә тереклек үҙенең әсәһен ярата, уның менән һоҡлана, ғорурлана. Ә донъялағы иң йомшаҡ, иң уңған ҡулдар тик әсәләрҙә генә. Йән биреүсе, йәм бөркөүсе,ғәзиз күҙ нурҙары- балаларының шатлығын да, ҡайғыһын да берҙәй кисереүсе, көн-төн уларҙың яҙмышы өсөн борсолоусы, ғүмер юлдарында тик изгелек кенә, яҡшылыҡ ҡына теләүсе гүзәлдәрҙән-гүзәл әсәйҙәребеҙ. Ҡатын –ҡыҙ — мәңге асылып бөтмәҫ сер, мөғжизәле зат. Яңыбай мәҙәниәт йортонда “Көләс йөҙле ҡатын –ҡыҙ” тигән осрашыу үтте. Йөкмәткеле, матур- матур һәр береһе үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙар уҡып ишеттерҙеләр, Яңыбай ауыл китапханаһында “Шиғырҙар доңьяһы” альбомынан Каримова М., ЗиязоваГ., ХасановаН, Каримов М., Хажина Г., Сабигиярова А. һ.б. шиғырҙары уҡылды. Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә, ғәзиз әсәйҙәребеҙ һылыу ҡыҙҙарыбыҙ спорт ярыштарындала үҙҙәрен һынатманылар. Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй. Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы һәр беребеҙҙең әсәйе булһын. Матур , матур теләктәр әйтеп, хуш еҫле сәй эсеп таралыштылар һылыу ҡыҙҙар, әсәйҙәр…